Конкурс комиссияһы 2023 һәм 2024 йылдарҙа донъя күргән эштәрҙе баһаланы. Ултырыш Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте.
Комиссия йәшерен тауыш биреү юлы менән өс еңеүсене билдәләне:
Дамир Тайыпов — «Юғары һөнәри ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалағаны өсөн»;
Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина – Кемель Токаевтың «Серле эҙ» китабына художестволы тәржемә һәм заман милли прозаһы үҫешенә индергән өлөшө өсөн»;
Хәбир Аралбаев — «Башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә солист булараҡ хеҙмәте һәм Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ башҡорт хореография сәнғәтен үҫтергәне өсөн”.