Был көндө халыҡ бер урында бер юлы бер нисә хеҙмәттән һәм ведомствонан бушлай ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә була. Белгестәр эшкә урынлашыу, ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам саралары, дәүләт хеҙмәттәрен рәсмиләштереү, түләүҙәр һәм ташламалар, уҡытыу һәм бала хоҡуҡтарын яҡлау, хоҡуҡи ярҙам һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу мәсьәләләре буйынса консультациялар бирәсәк. Ойошмаларҙан халыҡ мәшғүллеге, «Ғаилә» үҙәктәре, Күп функциялы үҙәк, Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонд, мәғариф бүлеге һәм опека органдары, юристар һәм башҡа хеҙмәттәр вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Бөрйән районында берҙәм консультациялар көнө "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Ғәҙелгәрәй ауылында планлаштырылған. Был сара Ғәҙелгәрәйҙә иртәгә, 12 февралдә үтәсәк "Ауылы берҙең - ҡәүеме бер" йомғаҡлау сараһы менән бер көнгә тура килә.