

2025 йылдан белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау федераль программаһына балалар баҡсалары һәм колледждар ҙа индерелде. Һөҙөмтәлә уҙған йылда республиканың 14 ҡала һәм районында 35 мәктәп, ике балалар баҡсаһы һәм ике колледж сафҡа индерелде.
2026 йылда Башҡортостандың 24 муниципалитетында 53 объект капиталь ремонтлана. Был алты балалар баҡсаһы, алты колледж һәм 41 мәктәп бинаһы. Уларҙың 36-һын 2026 йылдың 1 авгусына тиклем тапшырырға планлаштыралар. Тағы ла биш мәктәпте ике йылда яңыртырға иҫәп тоталар – улар 2027 йылда асыла. Һөҙөмтәлә 28,5 меңдән ашыу бала, уҡыусы һәм студент яҡшы шарттарҙа белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Урал Килсенбаев билдәләүенсә, ремонтланған һәр мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Был маҡсатта 2026 йылда федераль ҡаҙнанан 306 миллион һум йүнәлтелә. Бынан тыш, республика бюджетынан мәктәптәр тирәһендәге биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә 127 миллион һум бүленә.
Башҡортостан Башлығы барлыҡ объекттарҙа ла ремонт эштәрен билдәләнгән ваҡытҡа тамамларға ҡушты.
– Федераль программа менән эшләргә өйрәнгәнегеҙҙе күрәм. Ваҡытында өлгөртәбеҙ икән, өҫтәмә аҡса алабыҙ. Әле лә бөтә эштәрҙе ваҡытында башҡарырға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен Ишембай районында үткәреү тәҡдимен хупланы. Муниципалитетта дүрт мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы яңыртыла.