Социаль өлкә
30 Апреля , 07:29

Янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Өфөлә, Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәргә 25 берәмек янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы.

Янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙыЯнғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы
Янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

«Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Байрам алдынан һеҙҙе Рәсәй Федерацияһының Янғын һағы көнө менән ҡотлайым. Героик һөнәр, һеҙ үҙегеҙ ҙә – ҡыйыу кешеләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, янғын сыҡҡанда тәүгеләрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ. Йыл һайын меңдән ашыу кешене янғындан ҡотҡараһығыҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт.
Бөгөн традиция буйынса подразделениеларға хәрби техника тапшырабыҙ. Был бик мөһим. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, янғын хеҙмәтен нығытасаҡбыҙ. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына «ҡоро еңдәр» теләйбеҙ! Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм байрам менән», – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың янғын һағы хеҙмәтенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы" маҡтаулы исеме 28-се янғын-ҡотҡарыу отряды начальнигы Владимир Люляевҡа ла бирелде.

Бүләкләү тантанаһынан һуң республика етәксеһе яңы техниканы ҡараны. Улар янғындар, шул иҫәптән ландшафт һәм урман янғындары менән һөҙөмтәле көрәшергә ярҙам итәсәк. Бер нисә берәмек тағылмалы янғын һүндереү техникаһы райондарҙың ирекле янғын һүндереү командаларына тәғәйенләнгән.

Автор:
Читайте нас