

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһы менән Беларусь Республикаһы араһында Союз дәүләтен булдырыу тураһында килешеүгә, уның ике яҡлы интеграцияның төп йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләүсе Положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса эш итеү программаһына 1999 йылдың 8 декабрендә ҡул ҡуйылған.
Майҙансыҡтың модераторы булып Союз дәүләтенең дәүләт секретары Сергей Глазьев сығыш яһаны.
– Беҙҙең сессияны Астаналағы Евразия иҡтисади форумында булған һөйләшеүҙәрҙең дауамы тип ҡарарға мөмкин. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин, прогресс бер урында тормай, алдағы үҙгәрештәргә әҙер булырға кәрәк, ә уларҙы тиҙләтелгән иҡтисади үҫеш драйверы булараҡ файҙаланыу тағы ла яҡшыраҡ, тип билдәләне, – тине Сергей Глазьев. – Бөгөн беҙ Союз дәүләтенең йылдам үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйбеҙ, иҡтисади үҫештең юғары темптарын һаҡлау һәм уртаҡ инвестицияларҙы арттырыу өсөн мөмкинлектәр күрәбеҙ. Беҙҙең төп бурыс – кооперация проекттары селтәрен киңәйтеү, дөйөм хеҙмәттәшлек программаларын тормошҡа ашырыу.
Радий Хәбиров үҙ сығышында Рәсәй-Белоруссия бәйләнештәрен үҫтереүҙә республиканың мөһим роле хаҡында һөйләне.
– Беларусь – Башҡортостандың төп партнеры. Беҙҙе уртаҡ тарих, тормош хаҡындағы күҙаллауҙарыбыҙ менән бәйле күп хис-тойғоларҙы үҙ эсенә алған туғандарса мөнәсәбәт бәйләй. Тәүҙә беҙ хеҙмәттәшлек инфраструктураһын, һуңынан тейешле институттарҙы булдырҙыҡ. Өфөлә Беларусь Республикаһының Генераль консуллығын асыу мөһим ваҡиға булды, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ иҡтисадтың күп секторҙарында – сәнәғәттә, ауыл хужалығында, фәндә, туризмда – һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Хәҙер беҙ Белоруссия яғының финанс инструменттарын файҙалана башлайбыҙ, ул предприятиеларыбыҙҙы үҫтереү өсөн бик яҡшы мөмкинлектәр тәҡдим итә. Мәҫәлән, МАЗ һәм Өфө трамвай-троллейбус заводының электр транспорты сығарыу буйынса берлектәге проекты Рәсәй баҙарының өстән бер өлөшөн яулау мөмкинлеген бирҙе. Был ҙур күрһәткес һәм ҙур мөмкинлектәр. Бындай проекттар – масштаблы хеҙмәттәшлегебеҙҙең яҡшы миҫалы.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ башҡорт-белорус инвестиция кластерын булдырыу инициативаһын тәҡдим итте, ул предприятиелар өсөн дәүләт ярҙамы сараларын күҙ уңында тота.
Сергей Глазьев был тәҡдимде ҡараясағы, уны тормошҡа ашырыуҙың мөмкин булған варианттарын киләһе Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумында тикшерәсәктәре хаҡында хәбәр итте.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен билдәләне.
– Туғандаш төбәк менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙә беҙ диверсификацияланған хеҙмәттәшлек юлын һайланыҡ. Эйе, республикабыҙҙа тауар әйләнеше юғары. Әммә беҙҙе сәнәғәт кооперацияһы темаһы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуныһы мөһим: байтаҡ уңышлы миҫалдар бар ҙа инде, улар хаҡында мин сессияла һөйләнем, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Яңы башланғыстар араһында – төҙөлөш техникаһы сығарыу буйынса берлектәге предприятие төҙөү. Беҙ бында үҙ көсөбөҙҙө һәм энергиябыҙҙы йүнәлтергә әҙербеҙ, әммә тәүге осорҙа дәүләт ярҙамы кәрәк буласаҡ.