Социаль өлкә
30 Июня , 11:56

Башҡортостан газ үткәреү программаларын үтәү буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә

29 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктә газлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр.

Башҡортостан газ үткәреү программаларын үтәү буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендәБашҡортостан газ үткәреү программаларын үтәү буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә
Башҡортостан газ үткәреү программаларын үтәү буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә

«Газпром межрегионгаз Өфө» ЯСЙ – «Газпром газ бүлеү Өфө» ААЙ идара итеүсе ойошмаһының генераль директоры Альберт Лоҡманов элек газ үткәрелгән тораҡ пункттар сиктәрендә урынлашҡан йорт хужалыҡтарын, баҡса ширҡәттәрен һәм социаль объекттарҙы газлаштырыу барышы тураһында хәбәр итте.

Билдәләп үтәйек: Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған социаль газлаштырыу программаһын тормошҡа ашырыу буйынса илдең ҙур төбәктәре араһында беренсе урында. 2021 йылда дәүләт башлығы элек газға тоташтырылған тораҡ пункттарҙағы йорт хужалыҡтары сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда был программа буйынса 75 мең йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған да инде.

– Барлығы 89,5 меңдән ашыу ғариза ҡабул иттек. Газ бүлеү селтәрҙәрен 83 мең йорттоң сигенә тиклем алып барып еткерҙек, – тине Альберт Лоҡманов.

Баҡса ширҡәттәре биләмәләрен инвентарлаштырыу һөҙөмтәләре буйынса 20 муниципалитеттың 433 баҡса ширҡәтендә 15 476 йортҡа газ үткәрергә мөмкин. Халыҡтан 4,6 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, селтәрҙәр 2 751 йорт сигенә тиклем еткерелгән. Уларҙың 1 463-ө зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған да инде.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса социаль газлаштырыу программаһы ваҡыт йәһәтенән сикләнмәй. Бынан тыш, ул медицина һәм мәғариф ойошмалары селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙы күҙ уңында тота. Республикала биш мәктәп һәм өс медицина учреждениеһына газ үткәрелгән инде.

Башҡортостанда шулай уҡ Республиканы газ менән тәьмин итеү һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы дауам итә. 2021 йылдан 25 райондың 107 тораҡ пунктына газ барып еткән. 8 169 йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырылған, шуларҙың 4 345-е зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған. 2026 йылға план алты ҡасаба-ара һәм бер ҡасаба эсендә газ үткәргес төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Альберт Лоҡманов билдәләүенсә, газ менән тәьмин итеүгә республика тарафынан бирелгән сертификаттар Башҡортостанда был йүнәлештәге программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булды. Уның менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.

– Беҙ 12 075 сертификат буйынса эш башланыҡ, 11 589 йорт газға тоташтырылды ла инде, – тип хәбәр итте Альберт Лоҡманов.

Автор:
Читайте нас