Социаль өлкә
7 Июля , 09:04

Радий Хәбиров республика делегацияһының «Иннопром»да маҡсаттары хаҡында һөйләне

6-9 июлдә Екатеринбургта «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә республика предприятиеларҙың бай потенциалы менән таныштыра һәм яңы үҫеш нөктәләрен билдәләй. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Радий Хәбиров республика делегацияһының «Иннопром»да маҡсаттары хаҡында һөйләнеРадий Хәбиров республика делегацияһының «Иннопром»да маҡсаттары хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров республика делегацияһының «Иннопром»да маҡсаттары хаҡында һөйләне

«График тығыҙ, бик күп осрашыуҙар көтөлә. Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Беҙҙең сәнәғәткә бығаса булмаған санкциялар баҫым яһай. Әммә бурыс – бирешмәү генә түгел, ә позицияларҙы нығытыу, тағы ла көслөрәк булыу. Шуға күрә үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асабыҙ һәм алға табан барабыҙ», — тип яҙа республика етәксеһе социаль селтәрҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Иннопром-2026» күргәҙмәһенең темаһы «Индустрия 360: сикһеҙ производство» тип атала. Экспозиция «Екатеринбург-Экспо» халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгенең дүрт павильонында 50 мең квадрат метр майҙанды биләй. Быйыл Башҡортостан – «Иннопром»дың төбәк-партнеры. Республикабыҙ бында кооперация һәм сәнәғәт инновациялары менән таныштыра.

Автор:
Читайте нас