

Ә бит һәр саҡ шулай булманы. Ғаилә ҡороп бергә йәшәүебеҙгә 25 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ирем йәштән эскән, сөнки эсергә яратҡан ғаиләлә үҫкән. Тәүге йылдары әллә ни ауыр булманы. Әйткәнде тыңлай, үҙенең дөрөҫ эшләмәгәнен аңларға тырышҡан һымаҡ ине. Үҙе лә йыш ҡына:
- Атай-әсәйем эскәс, беҙ ныҡ ыҙаланыҡ. Ғаиләлә 5 бала үҫтек. Ашарға йүнле ризыҡ, өҫкә кейергә кейем булманы. Хөкүмәт балаларға тип түләгән пособие, шабашкала ары-бире эшләп тапҡан ғына аҡса тик араҡыға, сәмәйгә китә ине. Баштары бурыс түләүҙән сыҡманы. Ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан ҡустым-һеңлеләремде бик йәлләй торғайным. Һәр ваҡыт ас булдыҡ. Беҙҙең бәхеткә мәктәптә төшкө аш ашап ҡайта торғайныҡ. Өйгә ҡайтырға ҡурҡып күпме урам буйын тапаныҡ. Әсәйемдең әсәһе ауылда йәшәгәс, бала саҡта уға һыйындыҡ. Беҙҙең өсөн бик ҡайғырҙы өләсәй. Араҡыны ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, тормошоғоҙ тормош булмаҫ, тип һәр саҡ киҫәтер ине, тип башынан үткәндәрен һөйләй торғайны. Әммә үҙе лә эскесегә әйләнде. Балаларҙың нисек үҫкәнен дә күрмәне. Бер айнығып киткәнендә ғүмеренең бушҡа үтеп барыуын, тормошоноң бер маҡсатһыҙ булыуын аңлап, эсеүҙе ташларға ҡарар иткән кеүек булғайны. Көсө етмәне.
Беҙ бер ваҡытта ла яңынан бәхетле була, ошо эскелек һаҙлығынан ҡотола алмаҫбыҙ, тип уйлай инем. Бер ваҡыт осраҡлы ғына үҙем менән бергә уҡыған курсташымды осраттым. Ул минең хәлемде тәү күреүҙән үк аңланы һәм үҙенең ғаиләһендә булған хәл менән бүлеште.
- Ирем ныҡ эсте. Әллә нисә тапҡыр өйҙән ҡыуып сығарҙым. Йәлләп кире индерҙем. Балалар ҙа үҙен ярата. Эсмәһә, унан яҡшы кеше юҡ. Үҙем дә өмөтһөҙлөккә бирелеп, шул шайтан һыуын тотҡолай башлағайным. Бер танышым "Аноним Алкоголиктар" берләшмәһе тураһында һөйләне. Үҙе шунда йөрөгән. Бәлки иреңә ярҙам итерҙәр, тип сумкаһынан брошюра сығарып тотторҙо. Үҙең дә психологик ярҙам алырһың. Уңайһыҙланма, оялма, һинең кеүек ғаиләләр күп. Был ҡурҡыныс сирҙе үҙегеҙ генә еңә алмаясаҡһығыҙ. Телефон һандары яҙылған, онлайн да ярҙам ойошторалар. Был берләшмәлә бик күп кешеләр тора, тип китеп барҙы.
Оҙаҡ уйланғандан һуң, иремде ошо һөйләшеүгә әҙерләй башланым. Иң алдан, мин эскесе түгел, тип тартҡылашһа ла, эш айырылышыуға барып еткәс, риза булды.
Ысынлап та, "Аноним Алкоголиктар" берләшмәһе иремә генә түгел, минең үҙемә лә ярҙам итте. Был берләшмәлә эскән кешеләр бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙа. Бына ике йылдан ашыу ирем эсмәй. Яңы тормошҡа ҡайтыу бик ауыр булды. Әлеге ваҡытта ирем ошо ойошманың әүҙем ағзаһы. Ул эскеселәргә үҙенең баштан үткәндәрен, нисек эскелектән ҡотолоуы тураһында һөйләй.
3 июлдә "Аноним Алкоголиктар" һәм "Ал-Анон" берләшмәләре республика буйынса тәгәрмәсле форум проекты менән Инйәрҙә, ҡаланың бер нисә учреждениеһында булып ярҙамға мохтаж, шулай уҡ ошо тема буйынса һөйләшергә теләгән кешеләр менән осрашты. Элекке алкоголиктар үҙҙәренең нисек айыҡ тормошҡа ҡайтыуы тураһында һөйләне. 4 йыл эсендә проекттың Мәләүездә, Күмертауҙа, Нефтекамала, Бөрөлә һәм башҡа күп кенә ҡалаларҙа ошондай төркөмдәре барлыҡҡа килгән.
Алкоголизмдан сығыуҙың 12 аҙымы - ҡатмарлы яҙмышлы кешеләр өсөн ябай программа. Берләшмәләр вәкилдәре осрашыуҙа ҡатнашыусылар менән Учалыла ла төркөм ойоштороу мөмкинлеген тикшерҙе. Автоуҙыштың маҡсаты - аноним алкоголиктарҙы "12 аҙым" программаһы ярҙамында алкоголизмдан һауыҡтырыу тураһында хәбәр итеү.
"Аноним Алкоголиктар" берләшмәһе ҡала, ауыл хакимиәттәре, полиция, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса, наркотиктарға ҡаршы комиссиялар, "Ғаилә" район-ара үҙәге һәм башҡа күп кенә ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә. Берләшмә ағзалары әҙәбиәт, стендтар, визит карточкалары, аноним алкоголиктар тураһында мәғлүмәт материалдарын бушлай тәҡдим итә.
Берләшмә наркология, реабилитация бүлектәре, дауалау, социаль һәм башҡа учреждениеларға барып үҙҙәре тураһында мәғлүмәт бирә. Эскелек һаҙлығынан сыға алмаған кеше, һөҙөмтәле ярҙам алырға теләһә, АА берләшмәһенә хәбәр итә ала. Унда кәңәш, рухи ярҙам табырға мөмкин. Ярҙам бушлай һәм аноним рәүештә!
Бер алкоголик та ни өсөн эсә икәнен аңлатып бирә алмай. Ул эскелекте нисек туҡтатыу мөмкинлеген әҙерәк аңлаһа ла быға ихтыяр көсө етмәй. "12 аҙым" программаһы алкоголиктарға эскелек һаҙлығынан сығыу юлын тәҡдим итә. Был программа алкоголде ҡулланыуҙы туҡтатыу тураһында ғына түгел, ә тулы, бәхетле, айыҡ тормош алып барырға өйрәнеү тураһында ла.
Берләшмәнең төп маҡсаты - айыҡ тормош алып барыу һәм башҡа алкоголиктарға айыҡлыҡҡа өлгәшергә ярҙам итеү. Программаның айырылғыһыҙ өлөшө булып - хроник алкоголизмдан һауығыу тора. Ауырыған алкоголик беҙгә ҡушыла алһын өсөн, ул үҙенең проблемаһын хәл итеүҙең барлығын белергә тейеш. Шуның өсөн "Аноним Алкоголиктар" берләшмәһе үҙҙәре тураһында булған мәғлүмәтте таратыуҙы һорай.
Һеҙгә ярҙам кәрәк икән түбәндәге телефон һандарына шылтыратығыҙ.
"Аноним Алкоголиктар" берләшмәһе: 8-800-101-34-72. Сайт - ааufa.ru; ааrb.ru
"Ал-Анон" берләшмәһе: Өфө ҡалаһы, 8 -917-763-23-52. Сайт - alanon-ufa.ru
Үҙхәбәрсе.