+17 °С
Дождь


Башҡортостан Башлығы 10 июлдә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Яна Лантратова менән осрашыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.
«Асыҡтан-асыҡ әйтәм: башлыса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү һәм, әлбиттә, әсиргә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған ир-егеттәребеҙҙе ҡайтарыу тураһында һөйләштек. Күреүегеҙсә, Яна Валерьевна төп иғтибарын ошо эшкә йүнәлтә. Был эште беҙҙең депутат Ирина Панькина координациялай. Һуңғы яугирҙы тапмай тороп, тынысланмайбыҙ, тинем», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.