

Фестиваль программаһы музей зонаһын Белорет тимер етештереү, Тирлән металлургия, Богоявленск, Йылайыр һәм Благовещен баҡыр иретеү заводтары экспозициялары, рәссамдар эштәренең күргәҙмәһе, һөнәрселәр йәрминкәһе, элекке фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, арт-объекттарҙы, һөнәрселек театры һәм тимерселек оҫталыҡ класы менән берләштерҙе. Ҡунаҡтар шулай уҡ пленар сессияла булып, лекциялар тыңлай алды.
Белорет металлургия комбинатының бүлек начальнигы Леонид Пыхов "БМК - лидерлыҡ һәм инновациялар дәүере" лекцияһы менән сығыш яһаны. Сығышында 11 баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводтарын үҙ эсенә алған Твердышевтарҙың һәм Мясниковтың сәнәғәт империяһы тарихы тураһында һөйләне. Спикер Белорет тимер етештереү заводының (хәҙерге Белорет металлургия комбинаты) тарихына һәм үҫешенә айырыуса иғтибар бирҙе. Спикер Белорет тимер етештереү заводы тарихына һәм үҫешенә айырым иғтибар бирҙе. Завод бөгөнгө көнгә тиклем үҙенең эшмәкәрлек йүнәлешен - металл продукцияһы етештереүҙе һаҡлап ҡалған сауҙагәр-тау заводының уңышлы проекттарының береһенә әүерелде.
- Белорет заводының үҙенсәлеге шунда: ул тарих ҡомартҡыһы ғына түгел, ә үҫешкән организм. Твердышевтар һәм Мясниковтың мираҫы, уларҙың заманса технологияларға ынтылышы бөгөнгө заман инновацияларына әүерелде. Беҙ металлургтарҙың нәҫелдән нәҫелгә күсә барыуын һаҡлап ҡалабыҙ, етештереүҙе даими яңыртабыҙ. Белорет металлургия комбинаты - был Урал сәнәғәт традицияларының һаҡланып ҡалыуы ғына түгел, ә XXI быуатта ил иҡтисады өсөн уңышлы эшләүе тураһында сағыу дәлилдәр булып тора , - тип һөйләне Леонид Пыхов.
Ҡаҫлы архитектура-художество ҡойоу заводы һөнәрселек йәрминкәһендә суйындан эшләнгән әйберҙәрен тәҡдим итте. Завод республиканың тау заводы тарихы менән тығыҙ бәйле. Ҡаҫлы металында был төбәктең тарихы ҡойолған. Завод оҫталары башҡорт халҡының милли геройы Кинйә Арыҫлановҡа, Белорет ҡалаһына һәм Белорет тимер етештереү заводына нигеҙ һалыусы Иван Твердышевҡа, Благовещен ҡалаһына һәм Благовещен баҡыр иретеү заводына нигеҙ һалыусы Матвей Мясниковҡа һәйкәлдәр төҙөй. Республиканың баш ҡалаһының бөгөнгө заманса йөҙөн Ҡаҫлы ҡойоу ҡоролмаһы биҙәй.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты ярҙамында уҙғарылған фестиваль төбәктең ҙур мәҙәни ваҡиғаһына әүерелде. Уның маҡсаты - быуаттар буйына дауам иткән традицияларҙы һаҡлау һәм мәҙәни мираҫ объекттары тип танылған завод-музей биләмәләренең потенциалын яңыса асыу, шулай уҡ башҡа шундай территорияларға иғтибар йәлеп итеү һәм һуңынан уларҙы төҙөкләндереү.
- Башҡортостан тарихы - уҡылмаған китап. Республиканы матур тәбиғәт, этника, нефть һәм газ химияһы менән бәйләргә күнеккәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта шуны оноторға ярамай: тап бында,
Көньяҡ Уралда, Рәсәй империяһының ҡеүәтле металлургия үҙәге формалаша. 300 йыл самаһы элек, 1745 йылда, беренсе баҡырҙы Воскресенское заводы иретә. Төбәк территорияһында ошондай предприятиелар күп була: Верхотор, Тирлән, Преображенский, Благовещен, Әүжән, Ҡағы заводтары. Маҡсатыбыҙ - халыҡ Кесе Ватанын белһен һәм яратһын өсөн Башҡортостандың ғәжәйеп тарихын күрһәтеү. Рус география йәмғиәте менән берлектә Тирлән заводы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эш башларға ҡарар иттек", - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.