

2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем ул механизатор булып эшләгән. Бөгөн БПЛА подразделениелары киң даирәләге бурыстарҙы үтәй: разведка алып бара, һөжүм итеү бурысын башҡара, шулай уҡ боеприпастар һәм дарыуҙар ташырға ярҙам итә. Яугир билдәләүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү күнекмәләре хәрби хеҙмәттә генә түгел, тыныс тормошта ла — ауыл хужалығында, төҙөлөштә, ҡотҡарыу эштәрендә һәм башҡа өлкәләрҙә кәрәкле. Әлеге ваҡытта "Башкир" ялға ҡайтҡан. Уны туғандары ғына түгел, ауылдаштары ла йылы ҡаршы алған. Әле ул ҡатыны һәм өс балаһы менән ял итә.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 122 телефоны буйынса белергә мөмкин.