

Мут әҙәмдең күрһәтмәләре буйынса үҫмер корпоратив аккаунт аша авторизация үтә - үҙенә ебәрелгән логин һәм паролде мобиль ҡоролмаһында ҡуллана. Тиҙҙән телефонға блок ҡуйылыуы тураһында белдереү килә һәм ҡыҙ ҡоролма менән идара итеү мөмкинлеген юғалта.
Хәлде көйләү өсөн мутлашыусылар зыян күреүсенән 4 000 һум талап итә, әммә үҫмер аҡса күсереүҙән баш тарта.
Был осраҡ буйынса тикшереү эше бара. Ҡыҙға ҡоролмаға инеү мөмкинлеген тергеҙеү һәм бөтә иҫәп яҙмаларының паролдәрен үҙгәртеү өсөн сервис үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы Интернет селтәрендә эш эҙләгәндә уяу булырға саҡыра:
- эш биреүсе тураһында мәғлүмәтте, баһаламаларҙы һәм уның рәсми реестрҙа булыуын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ;
- таныш булмаған кешеләрҙән килгән һылтанмалар аша үтмәгеҙ, шикле ҡушымталарҙы телефонығыҙға күсермәгеҙ;
- билдәһеҙ логин һәм паролдәр менән файҙаланмағыҙ - был мутлашыусыларға һеҙҙең телефон йә компьютер менән идара итеү мөмкинлеген бирә;
- шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк картаһы реквизиттарын сит кешеләргә хәбәр итмәгеҙ;
- аҡса талап итһәләр, шунда уҡ аралашыуҙы туҡтатығыҙ һәм 102 йә 112 телефон һандары буйынса полицияға шылтыратығыҙ.
Евгения ЛИСОВСКАЯ,
райондың эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.