Бөтә яңылыҡтар
17 Апрель , 10:13

Студент ата-әсәләр өсөн ярҙам саралары

Юғары уҡыу йортонда белем алған йәш ата-әсәгә дәүләт ярҙам итә. Башҡортостандағы студент ата-әсәләрҙең ниндәй түләүҙәргә иҫәп тота алыуы хаҡында һөйләйбеҙ.

☑ Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие сифатында 28,3 мең һум.

☑ Йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие. Уның минималь күләме республикала 10,6 мең һум тәшкил итә. Мохтажлыҡты комплекслы баһалау һөҙөмтәһендә тәғәйенләнә.

☑ Әсәлек капиталы: 2020 йылдың 1 ғинуарынан башлап тәүге бала тыуғанда - 630,4 мең һум. Ғаиләлә икенсе бала тыуғанда уның күләме 202,6 мең һумға арта.

☑ Әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәк йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, берҙәм пособие түләнә.

☑ Башҡортостандың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар өсөн пособие.

☑ Уҡыған учреждениенан матди ярҙам.

Бынан тыш, буласаҡ әсәйҙәргә академик отпуск ваҡытында социаль стипендия һаҡлана. Студенттарҙа декрет ялы ғәҙәти йөклөлөк ваҡытында 140 көнгә тиклем һәм игеҙәк йәки ауыр осраҡтарҙа 196 көнгә тиклем дауам итә.

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:

Башҡортостанда студенттарға күрһәтелгән ярҙам саралары

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: