Йәш егет үҙенең сираттағы рейсы ошолай тамамланырын күҙ алдына ла килтермәгәндер әле. Ул Өфөлә пассажирҙар йыйған һәм Ҡариҙелгә юлланған. Тик баш ҡаланан сыҡҡан ерҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алған. Документтарын тикшергәс, водителдең ярты йыл элек водитель танытмаһынан мәхрүм ителеүе асыҡланған.
«Ысынлап та, 2021 йылда водитель танытмаһын тартып алдылар. Әммә мин руль артына ултырырға ярамағанлығын белмәй инем», – тигән тәртип боҙоусы.
Таксист полиция ҡулына тапшырылған, ә автомобиле штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Пассажирҙарға үҙаллы Ҡариҙел районына ҡайтып етергә тура килгән. Хәҙер йәш егетте хөкөм залында көтәләр. Ул үҙ ғәйебен таныған. Моғайын, был хәл егеткә ғүмерлек һабаҡ биргәндер тип ышанырға ҡала. Сөнки тап ошондай водителдәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Былтыр, мәҫәлән, «Ларгус» таксиҙарының ҡатнашлығында аварияла 18 кешенең ғүмере өҙөлгән, 131-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Иң ҙур аварияларҙың береһе йәйгеһен Кушнаренко районында теркәлгәйне, унда 6 пассажир һәләк булды.
БР Дәүләт автоинспекцияһы, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм Көнбайыш-Урал төбәк-ара автоюл хужалығы идаралығы легаль булмаған пассажир ташыусыларға мең ярымдан ашыу рейд үткәргән. Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтәлегән саралар артабан да дауам итәсәк.