Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
19 Апрель 2022, 12:45

Батырҙарса эш иткән

Ҡаланың 20-се мәктәбенең элекке кадеты, иң әүҙем, тырыш уҡыусыларының береһе - танк ротаһы старлейы Вадим Гавриков неонацистарға ҡамауҙан сығырға мөкинлек бирмәгән.

Батырҙарса эш иткән
Батырҙарса эш иткән

Рәсәй Оборона министрлығы Украиналағы махсус хәрби операция мәлендә батырлыҡ күрһәткән өс һалдат йәһәтенән мәғлүмәт бирҙе. Улар дәүләт наградаһына лайыҡ тип билдәләнде.

Өлкән лейтенант Вадим Гавриков етәкселек иткән танк ротаһы тораҡ пунктты хәрби нацистик формированиеларҙың береһенән азат итә. Офицер һәм уның командованиеһы оборона һыҙығын уңышлы өҙөп, дошмандың дүрт танкыһын һәм 20 боевигын юҡ итә. Артабан Вадим Гавриков етәкселек иткән рота ҡаршы яҡтың оҙаҡ ваҡытлы ут нөктәләрен, шулай уҡ бер нисә “Джавелин” танкыға ҡаршы ракета комплекстар иҫәбен юҡҡа сығара.

Рәсәй хәрбиҙәре тарафынан ҡамалған украин милләтселәре, әсирлеккә бирелергә теләмәй, ҡамауҙан сығырға маташа. Әммә дошмандың ҡаршылашыуы һындырыла: пехотаның өс хәрби машинаһы һәм 20-ләп милләтсе юҡ ителә.

“Өлкән лейтенант Вадим Гавриковтың һәм уның командаһының батырҙарса эш итеүе, юғары хәрби әҙерлеге тораҡ пунктты ҡораллы украин радикалдары формированиеһынан азат итеү өсөн шарттар булдырҙы”, - тип билдәләнеләр Рәсәй Оборона министрлығында.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: