Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
26 Июль 2023, 16:00

"Йылым" оператив-профилактик сараһы уҙҙы

Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан район-ҡалала хоҡуҡ тәртибен нығытыуға йүнәлтелгән киң масштаблы рейд ойошторолдо. Сарала район эске эштәр бүлегенең 60-тан ашыу хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең 28-се отрядының 44-се янғын-ҡотҡарыу часы вәкилдәре һәм административ комиссия ҡатнашты.

"Йылым" оператив-профилактик сараһы уҙҙы
"Йылым" оператив-профилактик сараһы уҙҙы

Рейд төрлө йүнәлештә барҙы: юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, законһыҙ ағас-таҡта һәм тәбиғи ресурстар ташыуҙы, спиртлы продукция һатҡандарҙы асыҡлау, сит ил граждандарын тикшереү. Бынан тыш, пилорамалар һәм металл ҡабул итеү пункттары, профилактик иҫәптә торған граждандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Полиция менән берлектә, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм административ комиссия урман янғындарын булдырмау йәһәтенән саралар уҙғарҙы, тыйылған урындарҙа һыу инеү осраҡтарын иҫкәртеү өсөн Сосновка, Новобельский, Арский ташы ауылдарында һыу буйҙары тикшерелде.

Рейд барышында 14 административ хоҡуҡ боҙоуҙар (нигеҙҙә, хулиганлыҡ һәм эскән килеш йәмәғәт урындарында йөрөү) асыҡланды, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәгән 47 водитель (шул иҫәптән ике эскән кеше) административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 15 сит ил гражданы, 12 имен булмаған ғаилә, иҫәптә торған 5 үҫмер тикшерелде. Законһыҙ спиртлы продукция һатыуҙың өс факты асыҡланды, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан 360 литр самаһы алкоголь тартып алынды.

Тирлән ауылы янында тәртип һаҡсылары ағас тейәгән QR-кодһыҙ КамАЗ автомашинаһын туҡтата. Шулай уҡ Бөрйән районы сигендә рөхсәтһеҙ ағас йығып ташыған водитель тотола. Әлеге факт буйынса тикшереү эше бара, йөк машиналары иһә махсус туҡталҡаға ҡуйылған.

Асы - Инйәр автоюлында яҫы таш тейәлгән йөк машинаһы туҡтатыла. Тәбиғи ресурс документта күрһәтелгәндән күпкә артыҡ булып сыға. Йәнә, Блюхер урамындағы металл ҡабул итеү пунктарының береһендә төҫлө металды документ тикшермәйсә ҡабул итеүҙәре билдәле булды.

Мутлашыуҙы иҫкәртеү маҡсатында, полиция хеҙмәткәрҙәре Октябрҙең 50 йыллығы урамында йәшәүселәр (487 фатир) менән әңгәмәләр уҙғарған, күрһәтмәләр тапшырған.

Район эске эштәр бүлеге етәкселеге фекеренсә, бындай саралар оператив хәлде тотороҡландыра, граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Киләсәктә күмәк рейдтарҙы даими рәүештә уҙғарыу күҙаллана.

Гүзәл ДРОНОВА.

Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: