Антитеррор
2 Августа 2023, 10:52

Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң граната шартлатам тип янаған ир хоҡуҡ һаҡлаусыларға бирелгән

«Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң граната шартлатырға теләгән элекке хәрби хоҡуҡ һаҡлау органдарына бирелгән. Шартлатҡысты Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң граната шартлатам тип янаған ир хоҡуҡ һаҡлаусыларға бирелгәнРадий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң граната шартлатам тип янаған ир хоҡуҡ һаҡлаусыларға бирелгән
Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң граната шартлатам тип янаған ир хоҡуҡ һаҡлаусыларға бирелгән

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте «Башинформ» агентлығына республика етәксеһенең Нуғай шоссеһындағы ваҡиға урынына юлланыуын раҫлағайны. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, ир үҙ белдеге менән хәрби частан ҡасҡан, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышында уны Өфөгә килтергәндәр, бөгөн экспертизаға алып барған саҡта ул нисектер ҡасып китә алған.

Ошо хәлгә бәйле Нуғай шоссеһында ҙур тығын барлыҡҡа килде. Урында экстрен хеҙмәттәр эшләй.

Автор:Нэркэс Сулейманова