Үҙәк хәрби округ суды (Екатеринбург ҡалаһы) тарафынан Р.Ф.Фараритдинов РФ Енәйәт Кодексының 205.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды (террористик эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү).
Ул биш йыл ярымға иркенән мәхрүм ителгән һәм ҡаты режимлы колонияға ебәреләсәк. Суд асыҡлауынса, сит ил агенты Р.С. Ғәббәсов, енәйәтсел ниәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында, WhatsApp мессенджерында үҙенең туғаны Фараритдинов Рөстәм Фәнил улы менән аралашыу аша, һуңғыһын «Интернет»мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә терроризмды пропагандалауға кешеләрҙе йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлектә ҡатнашырға күндерә. Ғәббәсов Р.С. хат алышыуҙа үҙенең туғанына пропаганда һәм вербовка эшен башҡарған өсөн Европа Берлеге илдәренең береһендә сәйәси һыйыныу урыны һәм артабан гражданлыҡ алырға вәғәҙә иткән.