Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
16 Май 2025, 09:54

Акция дауам итә

“Изге подписка” акцияһына “Аверс-Информ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ярҙам итеү бүлеге хеҙмәткәре Айнур Айрат улы ИБРАҺИМОВ та ҡушылды.

Акция дауам итә
Акция дауам итә

Ул акция сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙың тормош иптәшенә, дүрт бала әсәһенә “Урал” гәзитен яҙҙырҙы. Афарин!

Инйәр төбәгендә йәшәгән ғаилә бүләккә ихлас ҡыуанды һәм Айнурға ҙур рәхмәтен белдерҙе, эшендә ҙур уңыштар, һаулыҡ теләне.

“Изге подписка” акцияһында барығыҙ ҙа ҡатнашып, яҡындарығыҙға район гәзитен бүләк итә алаһығыҙ!

Автор: Расима Салихова
Читайте нас