Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын һәм торлаҡ фонды менән идара итеүҙе яҡшыртыуға йүнәлдерелгән һанлы инструменттарҙы үҫтереү маҡсатында "MAX"та йорт чаттары булдырылды. Йорт чаттары халыҡ һәм идарасы ойошмалар араһында актуаль мәғлүмәтте оператив алмашыу өсөн ҡаралған.
Сервистың тағы бер бурысы – халыҡҡа идарасы компания эшсәнлеге тураһында актуаль мәғлүмәт биреү, ремонт һәм саралар тураһында хәбәр итеү, шулай ук һыу, электр һәм газ буйынса күрһәткестәрҙе туранан-тура "MAX" ярҙамында тапшырыуҙы ябайлаштырыу.
"Урал"дың да МАХ мессенджерында рәсми каналы бар. Ҡушылығыҙ!
Каналға ҡушылыр өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ: https://max.ru/uralrb