Антитеррор
6 Октября , 07:33

Йәш быуын террорға ҡаршы

Ошондай баш аҫтында Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында интерактив программа уҙҙы. Мөһим сарала мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, клуб хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш быуын террорға ҡаршыЙәш быуын террорға ҡаршы
Йәш быуын террорға ҡаршы

Кешеләрҙе һәләкәткә юлыҡтырыу, уларҙы урлау, аманатҡа алыу, ағыулау, шартлатыу, яндырыу производствоһы, төрлө авариялар һәм катастрофалар арҡылы халыҡтың ғүмеренә физик йәһәттән ҡурҡыныс тыуҙырыу менән бер рәттән, сәйәси маҡсат нигеҙендә кешеләр араһында хәүеф тойғоларын барлыҡҡа килтереүсе яуызлыҡ тип нарыҡланыр ул - террор. Эйе, терроризм  яуыз ниәт менән бер ойошмаға берләшеүсе кешеләр төркөмө. Ә инде бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе аманатҡа алып, күп халыҡ йөрөгән ерҙәрҙә шартлатыу ойоштороп йөрөүсе ҡанһыҙ яуыздарҙы террорист тип атайҙар. Ҡорбандар араһында балаларҙың булыуы айырата аяныс. Һуңғы ун йыллыҡта ғына террористар тарафынан Рәсәйҙә нисәмә террор акттары башҡарылды. Пятигорск, Мәскәү, Буйнаҡ, Буденовск, Кизляр, Беслан, Санкт-Петербург... Ә инде 2004 йылдың 1 сентябрендәге Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһы фажиғәһе әленән-әле кешеләр хәтерен яңырта. Өс көн буйы террористар меңдән  ашыу кешене, шул иҫәптән балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы, мәктәп хеҙмәткәрҙәрен аманатта тота. Һыуһыҙлыҡтан балаларҙа һағыуыҡ (галллюцинация) башланып, улар һуштан яҙа. Бесланда был мәхшәрҙә 334 кеше, шул иҫәптән 186  бала, 17 уҡытыусы, 11 спецназовсы һәләк була. Биш йөҙҙән ашыу кеше ауыр яралана.

Бөгөн беҙҙең йәмғиәтебеҙ хәүефле осорҙа йәшәй. Технологиялар өҫтөнлөк иткән быуатта тормош йәш быуын өсөн ҡулай булыуы менән бер рәттән, хәүеф тә тыуҙыра. Балаларҙы телефон, Интернет мутлашыусылары енәйәти схемаларға йәлеп итә. Террористар уларҙы ошондай аҙымдарға төрлө психологик алымдарҙы (социаль инженерия - кешеләр үҙ ирке менән карта һандарын әйтә, фишинг - ялған смс-хәбәрҙәр аша конфиденциаль мәғлүмәттәр ала, телефон вишингы - банк йәки дәүләт хеҙмәткәрҙәре булып шәхси мәғлүмәттәрҙе алыуға ирешеү, скимминг - карта белешмәләрен алыу өсөн банкоматтарға махсус ҡулаймалар ҡуйыу, яһалма зиһен -яҡын туғандарҙың, яҡшы таныштарҙың тауыштарын имитациялап аҡса һорау) ҡулланып йәлеп итә.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән ошондай юҫыҡтағы саралар йыш ойошторола. Алып барыусы, клубтың художество етәксеһе Дилбәр Рәхмәтова интерактив программаны әҙерләгән саҡта балаларға мәғлүмәти генә түгел, террорға нисек ҡаршы тороу, уларҙың тырнағына эләгеүҙе булдырмау йәһәтенән практик сараларға ҙур әһәмиәт бүлде. Документаль фильмдар, видеороликтар күрһәтелде. Мәктәп уҡыусылары ла террорға ҡаршы көрәште сағылдырған үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрҙө.                                                      

Сәғирә ҒӘЛИУЛЛИНА.                                                               

Шығай ауылы.

Автор:Нэркэс Сулейманова