Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Октябрь 2021, 19:57

Иҫәп алыу башлана

2021 йылдың 15 октябрендә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана. Ул 14 ноябргә тиклем дауам итә. Пандемия арҡаһында уның ваҡыты өс тапҡыр кисектерелде.

Иҫәп алыу башлана
Иҫәп алыу башлана

Халыҡ иҫәбен алыуҙа өс ысул менән ҡатнашырға була: ғәҙәттәгесә, халыҡ иҫәбен алыусыны үҙ йортоңда көтөргә, халыҡ иҫәбен алыу участкаһына килергә йәки дәүләт хеҙмәттәре аша иҫәп алыуҙы үтергә була. Иҫәп алыуҙың иң яңы, заманса, үҙеңде һәм яҡындарыңды еңел, тиҙ һәм хәүефһеҙ иҫәп алыуҙа ҡатнашыу ысулы, әлбиттә, дәүләт хеҙмәте порталы булып ҡала. Быны 15 октябрҙән 8 ноябргә тиклем эшләргә була.

Беҙҙең районда халыҡ иҫәбен алыуҙа 183 иҫәп алыусы (ҡалала - 117, ауыл ерендә - 66) һәм 31 контролер (20 - ҡалала, 66 ауыл ерендә) ҡатнаша. Ҡалала һәр иҫәп алыусыға уртаса 552 кешене теркәргә кәрәк булһа, ауыл ерендә иҫәп алыусыға 543 кеше тура килә.

Торлаҡ биналар буйлап йөрөгәндә иҫәп алыусылар махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттарҙы ҡулланасаҡ. Дәүләт хеҙмәте порталы аша иҫәп алыу үткән саҡта респондентҡа иҫәп алыусыға порталдан алынған QR-код йәки һанлы кодты күрһәтергә генә кәрәк. Шулай уҡ иҫәп алыу

участкаларында, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән күп функциялы үҙәктәрҙең (МФЦ) биналарында яҙышырға мөмкин.

Әгәр ҙә иҫәп алыусы өйҙә бер кемде лә тап итмәһә, ул почта йәшнигендә яҡында урынлашҡан иҫәп алыу участкаһының адресын һәм “Дәүләт хеҙмәте” сайтында үҙаллы иҫәп алыу ҡағыҙын тултырыу мөмкинлеге тураһындағы мәғлүмәт менән листовка ҡалдыра ала.

Иҫәп алыусыны еңел танырға була: улар ВПН-2020 символикаһы менән зәңгәр жилет, шарф һәм сумка менән йөрөйҙәр. Иҫәп алыусы үҙенең таныҡлығын һәм паспортын күрһәтергә тейеш.

Хөрмәтле ҡала-район халҡы! Һеҙҙең иҫәп алыусылар менән әҙәпле хеҙмәттәшлек итеүегеҙгә ышанабыҙ һәм барығыҙҙы ла иҫәп алыуҙа әүҙем ҡатнашырға һәм районыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың тарихында үҙ эҙегеҙҙе ҡалдырырға саҡырабыҙ!

Альбина УСМАНОВА,

Дәүләт статистикаһының Белорет ҡалаһындағы бүлеге начальнигы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: