Илебеҙ, республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға 14 ноябрҙә тамамлана. Был арауыҡ эсендә 7 меңдән ашыу иҫәп алыусы республика халҡынан мәғлүмәт йыя.
Мәғлүмәт йыйыу яңы һанлы ысулда ойошторола. Иҫәп алыусылар яуаптарҙы махсус планшетҡа теркәй. Иҫәп алыу ҡағыҙы 33 һорауҙан тора. Әйткәндәй, анкетала исем-шәриф, тыуған йыл тураһында мәғлүмәт, ғаилә ағзалары һанын белешеүҙән тыш, килем, йорт-хужалыҡ һәм тормош шарттарына ҡағылышлы һорауҙар тупланған. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәтте туплау өсөн уҙғарыла. Шулай уҡ халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау бурысы тора. Иҫәп алыуҙа 1 октябргә тиклем актуаль булған мәғлүмәтте күрһәтергә кәрәк.
Республика биләмәһендә иҫәп алыу участкалары эшләй башланы. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашыу өсөн иҫәп алыусыны көтөп ултырмаҫҡа ла мөмкин. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта шулай эшләне лә инде. Стационар иҫәп алыу участкалары эш башлау менән, тәүгеләрҙән булып ҡаланың 15-се мәктәбендә урынлашҡан 2-се участкала контролер Надежда Балякинаның һорауҙарына яуап бирҙе.
2-се иҫәп алыу участкаһына бер контролер һәм алты иҫәп алыусы инә. Надежда Николаевна әйтеүенсә, халыҡтың күпселеге иҫәпкә алыусыларҙы йорттарында көтә. Әлегә участкаларға килеп һорауҙарға яуап бирергә ашыҡмай.
- Теләгән һәр кеше участкаға килеп, гражданлыҡ бурысын үтәй ала. Анкета тултырылғандан һуң, һеҙгә иҫәп үтеү тураһында белешмә бирелә. Йортоғоҙға килгән иҫәп алыусыға уны күрһәтеү ҙә етә. Иҫәп алыуҙы үҙ участкамда үтмәнем тип борсолорға ла кәрәкмәй, сөнки мәғлүмәттәр берҙәм базаға урынлаштырыла, - ти ғүмеренең күп йылын уҡытыусылыҡ эшенә биргән контролер. - 18 октябрҙән иҫәп алыусылар халыҡ менән эшләй башланы, фатир һәм йорттар буйлап йөрөйҙәр. Улар барыһы ла халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән жилет кейә һәм шарф таға. Күк төҫтәге “Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте” тигән яҙыулы портфель тотоп йөрөй. Уларҙың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәре танытмаһы бар, тик ул паспорт булғанда ғына ғәмәлдә. Мәғлүмәттәр алғанда беҙ кешеләрҙән шәхесте раҫлаусы ниндәйҙер документ талап итмәйбеҙ.
Электрон иҫәп алыуҙы Күп функциялы үҙәктәрҙә лә үтергә мөмкин. Бынан тыш, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон иҫәп алыу битен тултырырға була. Бындай төрҙәге иҫәп алыуҙы файҙаланған саҡта 8 ноябргә тиклем ҡатнашып ҡалырға кәрәк була. Төпкөлдә, барып етеүе ауыр булған районда йәшәһәгеҙ, ул саҡта һеҙҙең өсөн иҫәп алыу 20 декабргә тиклем дауам итә.
Яҡынса һөҙөмтәләр 2022 йылдың апрелендә әҙер буласаҡ, ә тулыһынса - IV кварталда.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу - һәр кешенең гражданлыҡ бурысы, шуға ил тарихын яҙыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ.