Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Ноябрь 2021, 12:44

Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙа - алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу буйынса алдынғылар иҫәбенә инде.

Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙа - алдынғылар иҫәбендә
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙа - алдынғылар иҫәбендә

Был хаҡта Росстат башлығы Павел Малков Рәсәй президентының хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә хәбәр итте. Беҙҙең республиканан тыш, ошо саралар уңышлы тормошҡа ашырылған төбәктәр иҫәбенә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Төньяҡ Кавказ, Ставрополь, Краснодар крайы, Волгоград өлкәһе, Мордовия, Тула өлкәһе, Чукотка һәм Татарстан ингән.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынған. Спикер һүҙҙәренсә, бөтәһе 133,5 миллион кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан, был иһә илебеҙ халҡының дөйөм баһалау һанынан 91,6 процент. Күпселек төбәктәрҙә әлеге күрһәткес — 80-90 процент.

Цифрлаштырыу иҫәбенә оператив йомғаҡтар быйыл декабрҙә үк билдәле була, 2022 йылдың ғинуарында ентекле йомғаҡ яһала, ә тулы һөҙөмтәләр киләһе йыл дауамында иғлан ителә, элек бының өсөн 3-4 йыл кәрәк булды.  Иҫәп алыу йомғаҡтары менән бөтә власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары файҙалана (күләмле федераль һәм төбәк программаларын, проекттарын әҙерләүҙән алып айырым инфраструктура объекттарын: юлдар, мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа объекттар төҙөү тураһында ҡарарҙарға тиклем).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: