Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Ноябрь 2021, 15:46

Халыҡ иҫәбен алыу бөгөн тамамлана

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамлана.

Халыҡ иҫәбен алыу бөгөн тамамлана
Халыҡ иҫәбен алыу бөгөн тамамлана

Кемдәр халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында, сарала ҡатнашырға өлгөрә. Бөгөн иҫәп алыусылар ҙа, участкалар ҙа эшләй. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына инеп, һорауҙарға яуап бирергә мөмкин.

Башҡортостан биләмәһендә 1235 халыҡ иҫәбен алыу участкаһы эшләй. Уларҙың адрестары һәм телефондары https://bashstat.gks.ru/populationcensus2020, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре сайттарына ҡуйылған.

Махсус “ҡыҙыу линия” эшләй – 8-800-347-11-02. Унда шылтыратһағыҙ, һеҙгә уңайлы иҫәп алыу участкаһын табырға ярҙам итәсәктәр.

Бөгөн – һуңғы көн, мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙе Рәсәй тарихына яҙырға өлгөрөгөҙ!

Фото: Башҡортостанстаттың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: