Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Ноябрь 2021, 10:05

Башҡортостан халҡы 4,1 миллиондан ашыу

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан халыҡ һаны буйынса илдә етенсе урында тора. 

Башҡортостан халҡы 4,1 миллиондан ашыу
Башҡортостан халҡы 4,1 миллиондан ашыу

Был турала Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем үтте.

– Республикала йәшәүселәрҙең бөтәһе лә, шулай уҡ иҫәпкә алынырға тейешле башҡа кешеләр ҙә йәниҫәптә ҡатнашты, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин, – тине Әкрәм Ғәниев. – Бер мөһим мәлде билдәләп китәм. Йәниҫәптәр арауығындағы осорҙа халыҡ һаны тыуым, үлем, яңы йәшәү урынына күсеү хаҡындағы документаль мәғлүмәттәр буйынса иҫәпләнә. Тиҫтә йылдар эсендә айырмалыҡтар ҙа туплана, был аңлашыла ла. Бары тик йәниҫәп кенә төбәктәрҙә йәшәүсе кешеләрҙең һанын, уларҙың енесе, йәше, белем кимәле, ғаилә хәле, торлаҡ шарттары һәм башҡа мәғлүмәттәрен билдәләп, теүәл асыҡлай.

Ул йәниҫәп барышында “Себер пенсионерҙары”, йәғни Себерҙә эшләгәндән һуң республикаға ҡайтып, үҙ өйҙәрендә йәки фатирҙарында йәшәүсе, ләкин элекке йәшәү урынында теркәлгән килеш ҡалыусы кешеләр күп асыҡланыуын әйтеп үтте.

– Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Уның йомғаҡтарынан властың һәм урындағы үҙидаралыҡтың бөтә органдары файҙалана ала – күләмле дәүләт программаларын һәм проекттарын эшләүҙән алып юлдар, мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа объекттар төҙөлөшө тураһындағы ҡарарҙар ҡабул итеүгә тиклем йәниҫәп һөҙөмтәләре ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Әкрәм Ғәниев. – Цифрлаштырыу һөҙөмтәһендә беҙ оператив йомғаҡтарҙы 2022 йыл башында, ә тулы мәғлүмәттәрҙе киләһе йыл аҙағында аласаҡбыҙ. Элек бының өсөн ике йылдан өс йылға тиклем ваҡыт талап ителә торғайны.

– Ифрат мөһим һәм ҙур сара тамамланды. Был оло дәүләт бурысы ине һәм ул уңышлы үтәлде. Йәниҫәпте шулай ентекләп үткәреү һөҙөмтәһендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика халҡы һаны 4,1 миллиондан ашыу тәшкил итә, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика статистарына һәм йәниҫәптә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Фото: tobolsk-mr.admtyumen.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: