Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Ноябрь 2021, 09:37

Иҫәп алыу тамам, һандар эшкәртелә

Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барҙы.

Иҫәп алыу тамам, һандар эшкәртелә
Иҫәп алыу тамам, һандар эшкәртелә

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостан иҫәп алыуҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә ингән һәм Мәскәү менән Ростов өлкәләренән генә ҡалышып, өсөнсө урынды яулаған. Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һуңғы һандар менән уртаҡлашып беҙҙә халыҡ һаны артыуын һәм хәҙер 4,1 миллионды тәшкил итеүен белдерҙе.

Район-ҡалала йән иҫәбен алыу нисек үтеүе һәм кампанияның эшмәкәрлеге тураһында Дәүләт статистикаһының Белорет бүлеге начальнигы Альбина Рәис ҡыҙы УСМАНОВА һөйләй:

- Дөйөм алғанда район-ҡалала халыҡ иҫәбен алыу яҡшы һәм ойошҡан рәүештә үтте. Коронавирус эпидемияһы менән бәйле, иҫәп алыусыларға үтә лә ҡатмарлы осорҙа эшләргә тура килде. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡалала уларға ишек асыуҙан, һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартыусылар, алама һүҙҙәр менән әрләшеүселәр ҙә булды.

Был беҙҙең тарихтағы тәүге һанлы кампания. Иҫәп алыусылар граждандарҙың яуаптарын шундуҡ планшеттарға теркәне. Бынан тыш, теләгәндәр Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталында һәм стационар бүлексәләргә килеп үҙҙәре тураһында мәғлүмәт бирә алды. Ҡалала - 20, районда - 11 ошондай бүлексә эшләне. Шулай ҙа халыҡтың күпселек өлөшөн иҫәп алыусылар өйҙән-өйгә йөрөп теркәне.

Иҫәп алыусыларға башта стационар бүлексәләрҙә өс көн дауамында уҡыуҙар үткәрелде. Уларҙан тыш, йәнә 31 контролер (шуларҙың 20-һе ҡалала, 11-е районда) эшләне һәм иҫәп алыусыларҙың эштәрен координациялау, уларҙы уҡытыу, мониторингтар йыйып, статистика бүлегенә тапшырыу бурысын атҡарҙылар.

Беҙгә шылтыратыусылар ҙа булды. Граждандар ни өсөн һаман иҫәп алыусының өйгә килмәүе тураһында ҡыҙыҡһынды. Беҙ уларҙың адрестарын яҙып алып, тейешле биләмәлә эшләгәндәргә тиҙ арала хәбәр иттек. Ғәҙәттә оло йәштәгеләр бындай ваҡиғаларға үтә лә яуаплы һәм етди ҡарай һәм үҙҙәрен теркәтер өсөн статистика бүлегенә лә мөрәжәғәт иттеләр. Хатта 72 йәшлек бабай барлыҡ документтарын алып (был осраҡта улар талап ителмәй) килеп еткән. Беҙ уларҙы урында уҡ иҫәпкә алдыҡ.

Йәнә ҡаланың күп функциялы үҙәгендә урынлашҡан стационар бүлексәлә дүрт ирекмән эшләне. Улар МФЦ-ла сиратта торғандарҙы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы, ниндәй ысулдар ярҙамында теркәлеп булыуы тураһында аңлатма бирҙе. Бында шулай уҡ инструктор граждандарҙы иҫәпкә алды.

Бөгөнгө көндә беҙ һуңғы мониторингты, йыйылма таблицаны йыябыҙ, планшеттарҙы тикшерәбеҙ, ике тапҡыр ҡабатланған мәғлүмәттәрҙе юябыҙ.

Иҫәп алыуҙа йәмғеһе 183 (шуларҙың 117-һе ҡалала, 63-ө районда) кеше эшләне. Уларға алдан заявка биреү юлы менән райондың һәр төбәгенә барып етеү өсөн транспорттар бирелде, - тине Альбина Рәис ҡыҙы.

Илнур ӘХМӘТШИН, халыҡ иҫәбен алыусы:

- Мин ҡаланың педагогия колледжы урынлашҡан биләмәлә граждандарҙы теркәнем. Халыҡтың күпселеге беҙгә ҡарата ыңғай ҡарашта булды, шулай ҙа араларында ишектәрен асмағандар, йәиһә был фатирҙа теркәлеп тә, башҡа урында йәшәгәндәр менән бер аҙ ҡыйынлыҡтар булды. Һәр береһенә үҙемдең кем һәм ниндәй маҡсат менән йөрөүемде, башҡа райондан булғандарға үҙҙәрен һәм ғаиләһен Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталы ярҙамында теркәлә алыуҙарын аңлаттым, был ваҡиғаға етди ҡарарға саҡырҙым. Бер ай эсендә 548 кешене иҫәпкә индерҙем.

ҺҮРӘТТӘ: Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының район буйынса вәкиле Лилиә Урал ҡыҙы Әхмәҙуллина Илнур Әхмәтшин менән эш ваҡытында.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: