Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Февраль 2022, 16:23

Законһыҙ мышы атҡан

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Һунар ҡағиҙәләрен боҙоп, законһыҙ мышы атҡан һәм шуның менән тәбиғәткә ҙур зыян килтергән 55 йәшлек Әүжән кешеһе тотолған.

Законһыҙ мышы атҡан
Законһыҙ мышы атҡан

Ҡулға алыныусы аңлатыуынса, ул урманда өйөрҙән айырылған аттарҙы эҙләгән һәм осраҡлы рәүештә ҡырағай хайуанға юлыҡҡан. Ир кеше нәфсеһен тыя алмай йәнлеккә тоҫҡап, дүрт тапҡыр мылтыҡтан атҡан. Яралы мышыны ул ҡурсаулыҡ территорияһы янында ҡыуып етә, әммә яуаплылыҡтан ҡурҡып, енәйәт урынынан ҡаса.

Был ваҡиға йәһәтенән Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: madhunter.ru

Екатерина ТАҺИРОВА,

Белорет эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: