Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Февраль 2022, 15:46

"Президенттың Украинала махсус хәрби операция буйынса ҡарарын хуплайбыҙ"

«Үҙебеҙҙең идара итеү командаһы менән Президенттың Украинала махсус хәрби операция уҙғарыуын һис һүҙһеҙ хуплайбыҙ».

- 23 февралдә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын таныу йәһәтенән үҙ позициябыҙҙы аныҡ белдерҙек. Ҡораллы көстәр үҙ бурысын башҡарып сығыр тип ышанам, улар өсөн дә ныҡ борсолабыҙ, әлбиттә. Республикабыҙҙа дүрт миллион кеше йәшәй, балалар мәктәпкә йөрөй, ковид юҡҡа сыҡманы. Халҡыбыҙ тыныс, уңайлы шарттарҙа йәшәһен, һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен өсөн республиканың яҡшы эшләүен тәьмин итергә тейешбеҙ. Барыһынан да шуның менән шөғөлләнеүҙәрен һорайым. Шуға бәйле шәмбе көндө хөкүмәт премьер-министрына аналитик эш үткәрергә һәм иҡтисад өлкәһендә килеп тыуыу ихтималлығы булған ауырлыҡтарға әҙерләнергә ҡуштым,
тине Радий Хәбиров.

Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, хөкүмәт ултырышында Көнбайыштың санкциялар сәйәсәтенә бәйле хәлдең ҡатмарлашыу ихтималлығына ҡағылышлы бер нисә йүнәлеш билдәләнде.

- Бөтә социаль йөкләмәләрҙе тейешенсә үтәргә әҙербеҙ, граждандарыбыҙ һис ниндәй ауырлыҡтар тоймаҫ.
тине Андрей Назаров.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: