Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Март 2022, 12:02

Мәкерле сирҙән һаҡ бул

Туберкулез - иң боронғо һәм әлеге ваҡытта киң таралған йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Был сир олоһон да, кесеһен дә аямай. Төрлө органдарҙы - һөйәк, быуын, күҙ, тире, бөйөр, нервы системаһын зарарлай. Шулай ҙа үпкә иң ныҡ зыян күргән ағза булып һанала. Пациенттар хәлһеҙлек, ярһыусанлыҡ, илап барыу, йоҡоһоҙлоҡ, аппетиттың насарайыуы, кискә табан тән температураһының күтәрелеүе кеүек билдәләргә зарлана.

Мәкерле сирҙән һаҡ бул
Мәкерле сирҙән һаҡ бул

Туберкулез сире ауырыу кешенең йүткереге, сөскөрөгө, хатта һөйләшкәндә бүленеп сыҡҡан төкөрөгө арҡылы 1,5 метр алыҫлыҡҡа таралып, йыл дауамында 15-50 кешегә йоғоуы ихтимал.

Наркомания, ВИЧ инфекцияһы, дөрөҫ туҡланмау, алкоголизм, тәмәке тартыу, шәкәр диабеты, ашҡаҙан һәм бөйән ауырыуы, коронавирус инфекцияһы - туберкулез сиренә булышлыҡ итеүсе факторҙар.

3-14 йәштәге балалар өсөн туберкулез айырыуса ҡурҡыныс. Инфекция ауыр формала үтә, туберкулез менингиты иһә хатта үлем менән тамамланыуы мөмкин. Сиргә махсус профилактик саралар - БЦЖ вакциналары ғына ҡаршы тора ала. Бындай прививкалар бала тыуғас та эшләнә. Вакцинация үтмәгән сабыйҙар 15 тапҡырға йышыраҡ һәм ҡатыраҡ ауырыуы иҫбатланған.

Туберкулез йоғоуын ваҡытында асыҡлау мөһим. Ошо маҡсат менән балаларға бер йәштән Манту реакцияһы эшләнә, ә 15 йәштән флюорография үткәрелә.

Туберкулездан һаҡланыу өсөн физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә, сынығырға, көн режимын һаҡларға, дөрөҫ туҡланырға, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтергә, насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға кәрәк.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Нәжип ФӘЙЗУЛЛИН,

табип-фтизиатр.

 

Автор:
Читайте нас: