Атайсал
24 Марта 2022, 16:24

Республикала шәкәр етерлек күләмдә бар

Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев брифингыла әйтеүенсә, республикала шәкәр етерлек.

Республикала шәкәр етерлек күләмдә барРеспубликала шәкәр етерлек күләмдә бар
Республикала шәкәр етерлек күләмдә бар

- Башҡортостандың эске ихтыяжын ғына түгел, ә күрше республикаларҙы ла тәьмин итә алырлыҡ ике ҙур шәкәр заводы бар республикала. Хаҡтар артыуына килгәндә иһә, барыһы ла контролгә алынған. Айырым аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артты, бында ла беҙ шәкәр һатыу күләменең артыуын күҙәтәбеҙ. Сауҙа селтәре билдәләүенсә, ғинуар-февралдә тәүлегенә 70-80 тонна шәкәр һатһа, бөгөн иһә ҙур ихтыяж арҡаһында һан 230-240 тоннаға барып етә. Был инде хаҡтарға ла тәьҫир итә, тине Алексей Гусев. 

Рәсәй Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, аҙыҡ-түлек ритейлы һәм властар булдырған логиканы боҙмаҫ өсөн селтәрҙәр хаҡы минималь өҫтәлгән тауарҙарҙы бер ҡулға сикләүле күләмдә һатырға рөхсәт һораны. Был граждандарҙы кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә ярҙам итәсәк.

- Күреүебеҙсә, ритейлер заводтан шәкәр һатып алыуға квота күләмен арттырҙы, - тине сауҙа министры.

Фото: sobaka.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас