Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Март 2022, 13:14

Фиҙаҡәр табиптарға- дәүләт наградалары

Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә 20 йылдан ашыу Башҡортостан етәкселәренең именлеген тәьмин иткән республика Башлығының эштәр идарасыһы урынбаҫары Вадим Гәрәевты Шайморатов ордены менән бүләкләне.

Фиҙаҡәр табиптарға- дәүләт наградалары
Фиҙаҡәр табиптарға- дәүләт наградалары

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте операторы Илшат Ҡаҙаҡҡолов Шайморатов орденына лайыҡ булды. Ул – ошондай юғары награданы алған беренсе журналист.

Радий Хәбиров Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында яраланған хәрбиҙәргә һәм сирлеләргә ярҙам иткән табиптарға, шәфҡәт туташтарына ла Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостандың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән республика физкультура диспансерының баш табибы, хирург Руслан Гәрәев Радий Хәбировҡа Донецкиға сәфәре барышында табиптарға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Донбасс халҡынан да ҙур рәхмәт әйткем килә, беҙ иһә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына барып, башланған эште дауам итергә әҙербеҙ», – тине  Гәрәев.

Радий Хәбиров шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам өсөн ЛНР-ҙың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: