Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Апрель 2022, 16:57

"Атайсал" уңышлы эшләй

Башҡортостанда һәм унан ситтә төрлө ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. 

"Атайсал" уңышлы эшләй
"Атайсал" уңышлы эшләй

“Атайсал” республика проекты тыуған яҡтары өсөн һәр кемгә изгелектәр ҡылырға мөмкинлек бирә. Сермән участка врач амбулаторияһының көндөҙгө стационарында был проект ярҙамында процедура кабинеты йыһазландырылды.

Әле педиатрия кабинетын йыһазландырыу буйынса эшләйһе бар. 2020 йылда поликлиникала капиталь ремонт яһалһа ла, йыһаздар алмаштырылмаған.  Быйыл  мартта йыһаздарҙың тәүге партияһы килтерелгән. Проект 25 майҙа тамамланырға тейеш.  Теләгән һәр кем амбулаторияны йәнләндереүгә, йәмләүгә  үҙ өлөшөн индерә ала. Сермән табиплыҡ амбулаторияһын йыһазландырыу буйынса проектты башлаусыларҙың береһе – шәфҡәт туташы Лилиә Сибәғәтова. Ошонда ул 32 йыл эшләй, 16 йылын – өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында. Дүрт йыл ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгәндән һуң яңынан яратҡан хеҙмәтенә әйләнеп ҡайта. “Атайсал” проекты тураһында ишеткәс, унда ҡатнашыуға бөтә ғаиләһен йәлеп итә. Амбулатория өсөн  йыһаздар, кәрәк-яраҡтар алыуҙа шәфҡәт туташының улдары ярҙамлаша.

– Улдарым Рөстәм менән Рушан Сибәғәтовтар Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Улар беҙгә тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй.  Былтыр көндөҙгө стационарҙағы процедура кабинетын тулыһынса йыһазландырҙылар, амбулатория өсөн биш банкетка һатып алдылар, – ти шәфҡәт туташы. – Быйыл педиатрия кабинетын 100 мең һумға йыһазландырыу өсөн заявка бирҙек. 33 мең һумлыҡ йыһаз алынды ла инде. 

Урал спорт инвентарҙары заводы директоры Азат Вилданов, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Мостафа Хәйруллин, Сермән Аҡһаҡалдар ойошмаһы рәйесе Хәкимйән Хәйретдинов  һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын йыһазландырыуға лайыҡлы өлөшөн индерҙе.

”Башҡараһы эштәр күп, вывеска һәм мәғлүмәт стендтарын алыштыраһы, бағыусылар эҙләп табаһы  бар,” – ти Лилиә Сибәғәтова.

 Фото: “Башинформ”.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: