Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Апрель 2022, 14:32

«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларының шарттары киңәйтелде

Хәҙер табиптарға ауыл еренә күсенеү мотлаҡ түгел. Ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм ҙур булмаған ҡалаларҙа йәшәгән медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ярҙам күрһәтелә.

«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларының шарттары киңәйтелде
«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларының шарттары киңәйтелде

«Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһына тейешле үҙгәрештәр индерелде.

Студент-медиктар, шулай уҡ медицина колледжын тамамлап (шул иҫәптән, маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү нигеҙендә), тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан табиптар дәүләт ярҙамына иҫәп тоторға мөмкин.

Табиптарға – бер  миллион һум, фельдшерҙарға, акушеркаларға һәм шәфҡәт туташтарына 500 мең һум түләнә. Алыҫ, барып етеүе ауыр булған ерҙә урынлашҡан тораҡ пункттарҙа компенсациялар 1,5 миллион һәм 750 мең һумғаса арттырыла.  Алыҫ Көнсығыш, Алыҫ Төньяҡ һәм Арктика зонаһы төбәктәрендә түләүҙең күләме – 2 миллион һәм 1 миллион.

Компенсация алыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре дауалау учреждениеһы менән килешеү төҙөргә һәм унда биш йыл эшләргә тейеш.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: