Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Апрель 2022, 10:44

«Яҡташлыҡ көсө» форумы үтә

Бөгөн «Яҡташлыҡ көсө» форумы башланды. 2021 йылдың мартында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән «Атайсал» проекты башланғайны.

«Яҡташлыҡ көсө» форумы үтә
«Яҡташлыҡ көсө» форумы үтә

Проекттың порталында 2700 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙан 7800-ҙән ашыу ғариза килгән.

Уларҙың һаны буйынса тәүге бишәү иҫәбендә — Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат һәм Мәләүез райондары.

Ҡалалар араһында — Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Ағиҙел тәүге урындарҙа килә. Бөгөнгә алты меңдән ашыу проект бойомға ашырылған.

«Атайсал» ярҙамында бер йылда республикала йөҙәрләгән балалар һәм спорт майҙансығы төҙөлгән, ике йөҙҙән ашыу шишмә төҙөкләндерелгән, мәсеттәр, ҡорамдар һалынған, ҡала һәм ауыл китапханаларына 3 меңдән ашыу китап тапшырылған, ҡала һәм райондарҙа төрлө саралар үткәрелгән.

Меценаттар ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 570 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.

«Яҡташлыҡ көсө» форумында «Атайсал» проектына яҡынса йомғаҡ яһала. Сара үҙенең тыуған төйәген үҫтереүгә ресурсын, ваҡытын, көсөн һалырға әҙер яҡташтарыбыҙға рәхмәт билдәһе итеп үткәрелә.

Форумда 1000-дән ашыу яҡташыбыҙ, меценаттар, яҡташтар һәм дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.

Программала — пленар ултырыш , түңәрәк өҫтәлдәр, «Атайсал» проектында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: