Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Май 2022, 00:40

Һин ҡайҙан, әүлиә?

Әүлиә ҡәберлегенең тарихы, әүлиәнең үҙе тураһында аныҡ ҡына хәтерләүсе лә юҡ. Әммә ололар араһында телдән-телгә күсеп килгән хәтирәләр бар.

Сермән аҡһаҡалдары ҡоро, ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә  ауылдың урта зыяратында әүлиә Сәфәр Сәит ҡәберлеген матур итеп кәртәләп алды. Был әүлиә ҡәберлегенең тарихы, әүлиәнең үҙе тураһында аныҡ ҡына хәтерләүсе лә юҡ. Әммә ололар араһында телдән-телгә күсеп килгән хәтирәләр бар. Ҡәберҙә ғәрәп телендә яҙылған таш торған. 1990 йылдарҙа ауыл муллалары Әнүәр Ҡәҙерғәлин, Марат Нәбиуллин һәм Зөлфәр Шәнгәрәев ошо ташҡа уйып яҙылған яҙманы Сәфәр Сәит Әүлиә тип уҡыйҙар һәм йылын ғына билдәләй алмайҙар. Шул йылда улар  ҡәбергә бергәләшеп бәләкәй генә таш эшләтеп ҡуя. 

Ҡасандыр ситтән ниндәйҙер кешеләр килеп был ҡәберлекте  эҙләп тә йөрөгәндәрен хәтерләй аҡһаҡалдар. Юлаусылыр ауылдың билдәле кешеһе Әсҡәт Хәйернуров йортонда туҡталып сәй эсеп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әсҡәт Хәйернуров бер  нисә йыл элек мәрхүм булып ҡалды.  Ҡәберҙең кәртәһе булмау сәбәпле, уны табыуы ла ауыр. Былтыр көҙөн ололар зыяратта өмә эшләп йөрөгәндә был ҡәбергә тағы юлыға һәм кәртә эшләп ҡуйырға ниәт итәләр. Изге ураҙа айында төшкән фытыр саҙаҡалар, хәйер аҡсаһына ҡәбер кәртәһе эшләтәләр. Ошо изге эште башҡарып, изге эш эшләнеләр  ололар. Бәлки, әүлиәгә ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә килеп сығыр...  

Тулы мәҡәләне гәзиттән уҡырһығыҙ.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: