Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Июнь 2022, 14:33

Дүрт муниципалитет — ҡыҙыл зонала

Башҡортостандың дүрт муниципалитеты коронавирустан ревакцинация буйынса ҡыҙыл зонаға инде, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

«10 июнгә бер аҙнала 0,31 процент темп менән Ағиҙел һәм Нефтекама (0,36%), шулай уҡ Өфө (0,47%) һәм Асҡын (0,97%) райондары ҡыҙыл зонаға инде», — тине ул.  

Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, республика биләмәһендә ревакцинация буйынса ыңғай динамика күҙәтелә — йәмғеһе 595 123 кеше ҡабаттан прививка яһатҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: