Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Июнь 2022, 15:50

"Ауҙарыш" - бына, исмаһам, ярыш!

Быйыл һабантуйҙың яңы форматы күп райондарҙа һынала. Сараның төп маҡсаты - барыһы ла яратҡан байрамға халыҡсанлыҡты ҡайтарыу.

"Ауҙарыш" - бына, исмаһам, ярыш!
"Ауҙарыш" - бына, исмаһам, ярыш!

Һабантуйҙың өс йүнәлешен билдәләп була: ауыл эшсеһен хөрмәтләү, ярыштарҙа көс һынау һәм күңел асыу. Байрам башҡорт мәҙәниәтен сағылдырған күренеш тә — туймазылар быны ла онотмаған, һәр йәһәттән матур программа әҙерләгән.
Ҡала халҡы «Бәйге» башҡорт ярышында, ауҙарышта һәм башҡа һабантуй конкурстарында көсөн һынай алды. Күркәм итеп биҙәлгән башҡорт тирмәһе, милли музыка ҡоралдары яңғырауы, халҡыбыҙҙың тәмле аш- һыуҙары байрамға йән өрҙө, йәм өҫтәне.

Белорет районында ла ат өҫтөндә көрәш - “Ауҙарыш” тәүге тапҡыр 2016 йылда үткәйне. Көрәштең был төрөндә үҙ батырҙары, тәүге еңеүселәре билдәләнде.

Хәҙер республиканың күп кенә райондарында ла үҙенсәлекле ярыштар ойошторола. Туймазыла үткән һабан туйында ла Ҡоҙғон-Әхмәр егеттәре - Илфат Назырбаев, Вадим Әҙелмырҙин, Илмир Сәлимов һәм Фидан Хөснөтдиновтар ауҙарышта бар пьедесталды яуланы. Тамашасыны таң ҡалдырҙы.

Әйтергә кәрәк, егеттәр еңеп алған аҡсаны Ҡоҙғон-Әхмәрҙә төҙөлгән мәсет өсөн бирәсәктәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: