Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Июль 2022, 15:27

Фатир асҡысы тапшырылды

Муниципаль район хакимиәтендә етем һәм атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм балалар категорияһына ҡараған йәнә бер яҡташыбыҙ - Иван Умутаевҡа фатир асҡысы тапшырылды.

Фатир асҡысы тапшырылды
Фатир асҡысы тапшырылды

- Атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларға тормошта үҙ урынын, йүнәлешен табырға, маҡсат-хыялдарын ғәмәлгә ашырырға ярҙам итеү, хоҡуҡтарын яҡлау - беҙҙең изге бурыс. Фатирлы булыу ныҡлап аяҡҡа баҫырға, киләсәккә яңы уй-ниәттәр, пландар ҡорорға этәргес булһын, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта йәш кешегә изге теләктәрен еткереп.

Әйткәндәй, 2012 йылдың 1 ғинуарынан алып бөгөнгә тиклем атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм етем балаларға йәмғеһе 176 фатир асҡысы тапшырылған. 2014-2022 йылдар арауығында етемдәргә 126 торлаҡ бирелһә, шуларҙың 90-ны - яңы төҙөлгән йорттарҙан. Әлеге ваҡытта муниципаль район хакимиәте иҫәбендә етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған 244 граждан фатирға сиратта тора.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: