+1 °С
Болотло
6 август, 12.00 сәғәттә Йөйәк ауылында XI “Иҙел башы” этнофорумы уҙа.
Программала:
- этнофорумды асыу тантанаһы;
- ҡул эштәре һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе;
- “Ҡатай һылыуы”, “Ҡатай батыры” (таш күтәреү), “Йәш ҡатай” конкурстары, традицион уҡтан атыу буйынса турнир;
- ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары, һәләтле йәштәр ҡатнашлығында концерт;
- традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе.
Байрамға рәхим итегеҙ, дуҫтар!