Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Июль 2022, 11:29

Йәнә алты "Үҫеш нөктәһе" асыла

 Сентябрҙән Үҙәнбаш, Манышты, Ҡағы, Боғанаҡ, Егәҙе һәм Йөйәк мәктәптәре базаһында йәнә алты “Үҫеш нөктәһе”  үҙ эшен башлай. Уҡыусылар физика, химия, биология, экология кеүек предметтарҙы тәрән өйрәнеү, робототехника менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә.

Йәнә алты "Үҫеш нөктәһе" асыла
Йәнә алты "Үҫеш нөктәһе" асыла

Бының ише тәбиғи-фәнни һәм технологик профилле белем биреү үҙәктәре хатта төпкөлдә йәшәгән балаларҙы заманса технологиялар менән таныштыра, үҙҙәрен ғәҙәти булмаған һөнәрҙәрҙә һынап ҡарау мөмкинлеген бирә.

Һанлы лабораториялар, механика, мехатроника, программалаштырыу һәм конструкторлаштырыу буйынса белем биреү наборҙары, лаборатор һәм технологик ҡорамалдар менән төбәк координаторы тәьмин итһә, кабинеттарҙы әҙерләү һәм ремонтлау муниципаль бюджет иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Үҫеш нөктәһе” “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә асыла. 2024 йылға ҡәҙәр райондың барлыҡ ауыл мәктәптәрендә заманса кабинеттар асыу планлаштырыла. 2024 йылдан иһә ҡала мәктәптәре лә был программаға ҡушыла. Бөгөнгө көндә районда 15 "Үҫеш нөктәһе" бар.

Фото: n-72.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: