Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Август 2022, 16:57

"Яҙыл һәм бүләк от" акцияһының еңеүселәре билдәләнде

3 август көнө Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында “Яҙыл һәм бүләк от” акцияһының еңеүселәре билдәләнде. Конкурста ҡатнашыу өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң кәм тигәндә ике баҫмаһына яҙылырға кәрәк ине.

"Яҙыл һәм бүләк от" акцияһының еңеүселәре билдәләнде
"Яҙыл һәм бүләк от" акцияһының еңеүселәре билдәләнде

Республика, район-ҡала гәзит-журналдары исемлеге rbsmi.ru сайтының Интернет-магазинында урынлашҡан.

Бүләк уйнатыуҙа почта бүлексәләрендә, редакцияларҙа һәм альтернатив яҙылыу агентлыҡтарында 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙҙырылған баҫмаларҙың электрон һәм баҫма төрҙәре ҡатнашты.

Акцияла ноутбук, мотоблок, телевизор, туңдырғыс лар һәм ҡала велосипеды уйнатылды. 1000-дән артыҡ хат араһынан 500 ҡатнашыусы ғына конкурс шарттарын теүәл үтәгән. Аналитик һығымтаға ярашлы, ҡатнашыусыларҙың 68 проценты - ҡатын-ҡыҙҙар, 32 проценты - ир-егеттәр. Айырыуса Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондары әүҙемлек күрһәтте. Халыҡ, нигеҙҙә, Рәсәй Почтаһы аша ҡағыҙ форматҡа яҙылған. Шулай ҙа гәзит-журналдарҙың электрон вариантын уҡыусылар ҙа аҙ түгел. Балалар журналдары араһында - “Аманат”, гәзиттәрҙән “Йәшлек”, “Өмөт” алдынғылыҡты биләй.

Акция һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге еңеүселәр билдәләнде:

төп приз - ноутбук Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Айһылыу Сирбаеваға (“Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Шоңҡар” журналдарына яҙылған);

мотоблок - Ауырғазы районы Кәбәс ауылынан Миңзәлә Мөлөковаға (“Башҡортостан Республикаһы”, “Ауырғазы хәбәрҙәре” гәзиттәре);

- туңдырғыс лар - Өфө ҡалаһынан Рәсимә Яҡуповаға (“Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдары);

- телевизор - Бүздәк районы Ураткүл ауылынан Зифа Цукановаға (“Тамаша” журналы, “Бүздәк яңылыҡтары” район гәзите);

- велосипед Көйөргәҙе районы Ҡансура ауылынан Мәҙинә Сәйфуллинаға (“Йәшлек”, “Юшатыр” гәзиттәре) эләкте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябргә ҡәҙәр 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡуйырға мөмкин. Был осорҙа яҙылыусылар һуңынан “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто уҙғарған бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша ала.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: