-7 °С
Болотло
Уны тиҙ генә һүндергәндәр, тип хәбәр итте Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республиканың урман фонды биләмәһендә 15 апрелдән 19 авгусҡа тиклем 46 урман янғыны теркәлгән, ут 279,5 гектар майҙанды ялмап алған. 27 янғынға ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе.
Ведомствола белдереүҙәренсә, республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана. Урманда йәки яҡын-тирәлә янғын сыҡҡанын күреп ҡалһағыҙ, Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә (8 (347) 218-14-14 ) йәки урман һағының берҙәм телефонына (8-800-100-94-00) шылтыратырға кәрәк.