Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Ноябрь 2022, 09:57

Пенсия тәғәйенләгәндә икеләтә стажға иҫәпләнә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоро пенсия тәғәйенләгәндә икеләтә стажға иҫәпләнә. 

Пенсия тәғәйенләгәндә икеләтә стажға иҫәпләнә
Пенсия тәғәйенләгәндә икеләтә стажға иҫәпләнә

Был хаҡта  Рәсәй Ҡораллы көстәренең ихтыяжын тәьмин итеү буйынса координация советы ултырышында Михаил Мишустин белдерҙе.

Яңылыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандар өсөн страховка пенсияларына һәм мобилизацияға тиклем Алыҫ Төньяҡта йәки зыянлы производстволарҙа эшләгәндәр өсөн ваҡытынан алда пенсияларға ҡағыла.

Бынан тыш, хөкүмәт Дәүләт Думаһының башланғысын хупланы, уға ярашлы, ҡораллы көстәргә ҡайтырға теләгән хәрби пенсионерҙарға, әгәр улар махсус хәрби операция барышында эш хаҡы аҙыраҡ булған вазифа биләһә, алған пенсия күләме һаҡлана.

Шулай уҡ премьер-министр бынан алда мобилизацияланған граждандарҙың эш урындарын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарарҙы иҫкә төшөрҙө.

«Беҙҙе яҡлаусылар эшһеҙ, килемһеҙ ҡалырбыҙ тип борсолмаҫҡа тейеш. Уларға быны гарантиялау өсөн дәүләт барыһын да эшләр», – тине Мишустин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: