«Синоптиктар фаразы буйынса, республикала алдағы көндәрҙә һыуыҡ була. Уҡыусыларҙың, айырыуса башланғыс класта уҡығандарҙың ата-әсәләренә һауа температураһына иғтибар итергә кәрәк. 23 градус һалҡында - ауылда, 25 градуста ҡалала башланғыс класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала. Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә - ауылда, 27 градус һыуыҡта ҡалала 5-9 класс уҡыусылары өсөн дәрестәр булмай. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына - 30, ҡаланыҡыларға иһә 32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Министр әйтеүенсә, кабинеттарҙа һауа температураһы, санитар нормалар буйынса, 18 градустан түбән булмаҫҡа тейеш.