Уҙған йылдың 29 декабрендә Ишле ауыл хакимиәтендә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау - 2023” программаһында ҡатнашыу һәм проектты һайлау буйынса һуңғы йыйылыш үтте. Бынан алда ауыл хакимиәте тарафынан көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табыу, шулай уҡ проектты финанслау мәсьәләһе, кемдән күпме аҡса йыйыу талап ителәсәге тураһында әҙерлек эштәре алып барылды.
Йыйылыштың көн тәртибенә түбәндәге һорауҙар ҡаралды:
► Урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураларын үҫтереү проекттары конкурсы тураһында мәғлүмәт биреү.
► Конкурста ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итеү.
► Проектта ҡатнашыу өсөн өҫтөнлөклө проблеманы билдәләү.
► Халыҡ индергән финанс өлөшөн билдәләү.
► Ойоштороу эштәрен алып барыу өсөн инициатив төркөм төҙөү.
► Экономияланған сумманы ҡайҙа сарыф итеү тураһында ҡарар ҡабул итеү.
Йыйылышта ҡатнашҡан Олойылға ауылы халҡы бер тауыштан программала ҡатнашырға ҡарар итте һәм тәү сиратта мосолман зыяратының кәртәһенә капиталь ремонт эшләү кәрәклеген билдәләне.
Йыйылыш барышында инициатив төркөм төҙөлдө, уларға проектты координациялау бурысы йөкмәтелде. Уның составына эштәрҙе яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә булған, проектты ғәмәлгә ашырыу барышын халыҡҡа тейешле кимәлдә аңлата белгән, ауыл биләмәһе яҙмышына битараф булмаған кешеләр, ауыл активистары ингән.
Рәмзиә ӘПҠӘДИРОВА,
Ишле ауыл хакимиәтенең эштәрменән идара итеүсеһе.