Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Ғинуар 2023, 13:31

Тыуған яғың тураһында шиғыр яҙ

"Атайсал" проекты һәм Башҡортостанда Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына бағышлап, тыуған яҡҡа арнап яҙылған "Атайсал" республика шиғырҙар конкурсы иғлан ителә. 

Тыуған яғың тураһында шиғыр яҙ
Тыуған яғың тураһында шиғыр яҙ

Конкурсты республиканың Милли китапханаһы, муниципаль берәмектәр советы, Композиторҙар, Яҙыусылар союздары ойоштора.

Конкурс үткәреү – билдәле композитор Рим Хәсәновтың идеяһы. "Атайсал билдәһе аҫтында иң яҡшы шиғырға конкурс ойоштороу уйы тыуҙы. Ул «атайсал» һүҙенең мәғәнәһен, уның ғүмерҙең нигеҙе, башы һәм дауамы икәнен тәрән аңлауға булышлыҡ итер, тип уйлайым", – ти композитор.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт һәм рус телдәрендә яҙған, әҙәби ижадҡа һәләтле авторҙарҙы асыҡлау.
Ҡатнашыуға йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.

Шиғырҙарҙы ике дәүләт телендә – башҡортса һәм русса – яҙырға мөмкин, уларҙы «Атайсал» төркөмөнә йәки проекттың телеграмм-каналдағы чат-ботына: https://t.me/ataysalrb ебәрергә була. Еңеүсе һәм призерҙар Һәр йәш төркөмөндә айырым билдәләнә.

Конкурстың положениеһы менән «Атайсал»дың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә - vk.com/ataysalrb - танышырға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: