Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Февраль 2023, 10:44

Ҙур байрамға кил һин, ырыуҙаш!

11 февралдә көндөҙгө сәғәт 2-лә Олойылға ауылында районда йәшәгән ырыуҙар араһында бәйге уҙғарыла.

Ҙур байрамға кил һин, ырыуҙаш!
Ҙур байрамға кил һин, ырыуҙаш!

Ҙур байрам “Айыҡ ауыл – 2022” республика конкурсы сиктәрендә һәм Башҡортостан Спорт министрлығының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов,  «Берҙәм Рәсәй» партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов,  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Флүр Уразмәтов, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм Иҙел башында йәшәгән алты ырыу вәкилдәре ҡатнаша.

Байрамда сауҙа нөктәләре эшләйәсәк, концерт та ҡарай алаһығыҙ.

Килегеҙ, байрамды күрегеҙ, күңел асығыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: