Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Март 2023, 16:05

«Атайсал» бишенсе муниципаль-ара форум үҙ эшен башланы

Мәләүездә «Атайсал» бишенсе зона форумы республиканың көньяҡ райондары вәкилдәрен йыйҙы. Унда Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ Мәләүез, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Стәрлебаш, Миәкә, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарынан командалар ҡатнаша.

«Атайсал» бишенсе муниципаль-ара форум үҙ эшен башланы
«Атайсал» бишенсе муниципаль-ара форум үҙ эшен башланы

Форум, ғәҙәттәгесә, күргәҙмәнән башланды, унда муниципалитеттар үҙ биләмәһендә ғәмәлгә ашырылған әһәмиәтле проекттар менән таныштырҙы. Экспозицияла меценаттарҙың һәм битараф булмаған халыҡтың тыуған төйәгендә тормошто яҡшыртыуы: ауыл урамдарын төҙөкләндереүе, мөһим социаль объекттар төҙөүе һәм ремонтлауы, тыуған яғының мәҙәни үҙенсәлектәрен һәм тарихын һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүе күрһәтелде. Үткән муниципаль-ара форумдарҙағы кеүек үк, бында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү темаһына айырым иғтибар бүленде. Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында яугирҙәргә ярҙам йыйыу бара.

«Районыбыҙҙан ике тапҡыр ҙур гуманитар йөк оҙаттыҡ. Ике машина, УАЗ һәм «Нива» һатып алдыҡ, шулай уҡ һалдаттар өсөн шәхси йыйылма-бокстар ебәрәбеҙ, уларҙа тәм-том, медикаменттар, гигиена әйберҙәре бар. Урындағы ательебыҙ флистан йылы толстовкалар, ә «Надежда» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы балаклавалар тегә. Халыҡ та ситтә ҡалмай: улар ойоҡтар бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, оҫтабикәләр сәк-сәк, туҡмас һәм быҡтырылған ит әҙерләй», —  тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Күгәрсен районы хакимиәте вәкиле Лилиә Рафиҡова.

Артабан тематик секциялар башланды. Сарала ҡатнашыусылар хәҙерге шарттарҙа яҡташтар ойошмаһының ролен, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының әһәмиәтен тикшерә. Көйөргәҙе районы хакимиәте вәкилдәре закон кимәлендә айыҡ ауыл тип иғлан ителгән Яҡутта бер йыл эсендә тормоштоң нисек үҙгәргәнен һөйләне. Әйткәндәй, был республикабыҙ өсөн тәүге ошондай тәжрибә.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай тәжрибәне тотош республикаға таратыу зарур. «Айыҡ ауыл» конкурсы ла «Атайсал» проекты сиктәрендә мөһим бурыс башҡара: республикала йәшәүселәрҙә мәҙәниәт, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштыра, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй.

Бишенсе муниципаль-ара форумда медиатармаҡҡа арналған секция ла эшләне. Унда журналистар ни өсөн «Атайсал» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған изге эштәр хаҡында яҙыуҙың һәм һөйләүҙең мөһимлеген билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-31/v-bashkirii-nachal-rabotu-pyatyy-mezhmunitsipalnyy-forum-moya-malaya-rodina-ataysal-3199347

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: