Йола буйынса, һәр муниципалитет үҙ биләмәһендә тормошҡа ашырылған әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы проекттар менән таныштырҙы.
Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһында 9 проект бойомға ашырылған. «Атайсал» ярҙамында унда яңы арт-объект, урам һепереүсегә һәм сантехникка һәйкәл асылған. Бынан тыш, «Улар еңеү менән ҡайтты» обелискы яңыртылған. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәргә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған, «Геройҙар ҡалаһы» китабы нәшер ителгән, сәйәси репрессиялар ҡорбандары иҫтәлегенә арналған митинг үткәрелгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡалала илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә йүнәлеш алынған. Урындағы эшҡыуар Екатерина Олейникты иң әүҙем меценаттарҙың береһе тип әйтергә мөмкин, ул бер нисә изге башланғысҡа нигеҙ һалған.
Сибайҙарҙың хәҙер Бәхет шишмәһе бар. Эшҡыуар Дамир Ғиззәтуллин шишмә буйын таҙартҡан һәм төҙөкләндергән. Урындағы халыҡ өсөн был изге урын булып һанала. «Шишмә һыуын эсеп, һуңынан унда ваҡ аҡса ырғытһаң, бәхетле булырһың» тигән инаныу йәшәй. Исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Ғөмүмән, проектты ҡала халҡы дәррәү хуплай.
«Проектта эшҡыуарҙар, ҡала халҡы, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, депутаттар, урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Әлеге ваҡытта сибайҙар 97 проект урынлаштырған, уларҙың 59-ы тормошҡа ашырылған», - тине Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина.
Йылайыр районында иһә «Атайсал»ды ғәмәлгә ашырыуҙы хакимиәт башлығы Борис Мелкоедов контролдә тотҡан. Тап уның башланғысы менән 2022 йылдың ноябрендә Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына аҡ амурҙар, толстолобиктар, һаҙандар һәм карптар ебәрелгән.
Дөйөм алғанда, муниципалитеттың күрһәткестәре яҡшы. 2021 йылда йылайырҙар изге эштәр өсөн 1 миллион 360 мең һум аҡса йыйған, 2022 йылда дөйөм суммаһы 3 миллион 616 мең һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырылған. Меценаттар ғибәҙәтханаларҙы, мәсеттәрҙе, футбол майҙансыҡтарын төҙөкләндергән, һәйкәлдәр ҡуйған. Шул иҫәптән үҙенсәлекле арт-объект, ҡурайға арналған композиция ла барлыҡҡа килгән.
2023 йылда 4 миллион һумдан ашыуға эштәр башҡарыу планлаштырыла. Мөһим идеяларҙың береһе - Йылайыр ауылында Ватан һәм Граждандар һуғышы яугирҙәренә һәйкәлде реставрациялау.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» йәмәғәт проекты республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланғайны. 2023 йылда иғлан ителгән Атайсал өсөн изге эштәр йылы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән проекттың дауамы булды.